

Ата-бабаларыбыҙ борондан йылҡы малы тотҡан һәм кәрәк япраҡтарҙы ла үҙ ҡулдары менән эшләгән. Бөгөнгө көндә ошондай кәсептәр юғала бара. Уларҙы тергеҙеү, өйрәнеү маҡсатында ауылдың ир-уҙамандары йәштәрҙе, балаларҙы ла сараға йәлеп итте.
Юнысов Таһир Мөғлитдин улы борон ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешҽ, ат тәрбиәләү, кәрәк - япраҡтар, тай өйрәтеү, егеү, атта сабышыу тураһында һөйләһә , Сурин Риф Азат улы сыбыртҡы тарихын, ҡулланылышы, эшләнгән материалдары тураһында, атаһы Азат Әхмәтшәриф улы өйрәткән техника серҙәрен өйрәнеп ҡалып, башҡаларға өйрәтергә тип ҡайыш та алып килде. Ә Ғәлиҽв Раил Фәрих улы атка кейҙерелгән йүгән, уның эшләнеше, үлсәмдәре, тәғәйҽнләнҽшҽ тураһында бәйән итте. Йүгән үреү серҙәренә өйрәтте. Балалар иғтибар менән тыңлағандан һуң оҫталыҡ дәрестәре үтте, күҙҙәрҽ янған малайҙар үҙ ҡулдары менән сыбыртҡы үреп алырға һүҙ ҡуйышты. Сурин Мөхтәр ағай ҙа ҡайыштан сыбыртҡыны үҙ алымдары менән өйрәтте. Мусин Ғүмәр ағай аттың шпагаттан үрелгән шлеяһын малайҙарға күрһәтеп аңлатты. Үҙҙәре тотоноп йөрөгән йүгән, сыбыртҡыларҙы ла күрһәтҽү өсөн тотоп килде ир-егеттэр! Бик матур, ҡыҙыҡлы, кәрәкле сара булды. Малайҙарҙың күңелдәренә осҡондар һалынғандыр был осрашыуҙан.
Сығанаҡ: Хәйбулла район башҡорттары Ҡоролтайы.