

Рухлы, киң ҡарашлы йәштәр бихисап Хәйбулла ерендә. Шуларҙың береһе - Рөстәм Әминев. Ул Оло Әбеш ауылы егете, бала сағы шунда үтә, ҡартатаһы һәм ҡартәсәһедә тәрбиәләнеп үҫеп, башланғыс синыфтарҙы Әбеш урта мәктәбендә уҡып һуңынан Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Уны тамамлағас Башҡорт дәуләт медицина университетына уҡырға инә һәм бөгөн табип һөнәрен үҙләштерә. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән ул ҡурай ансамблендә лә сығыш яһай. Ҡышҡы һәм йәйге каникулдарын Әбештә үткәрә, ауыл йәштәре менән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Уҙған йылда йәйге каникулы биләмә эсендәге тәбиғәт янғындарына тура килә, ауылдың башҡа йәштәре менән бер рәттән Рөстәм дә тәбиғәт афәтенә ҡаршы көрәшеүҙә әүҙем ҡатнаша. Янғындарҙың башынан алып аҙағына тиклем тыуған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуға бар көсөн һала. Әүҙемлеге өсөн Республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Афарин, Рөстәм!
Мәғлүмәт Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте сәхифәһенән.
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла район башҡорттары ҡоролтайы.