

Первомайский ауылында йәшәүсе туҡһан йәшлек аҡһаҡал Ғәле Илһам улы һәм әле булһа һылыулығын ташламаған нурлы йөҙлө Сәмсинур Хәмитйән ҡыҙы Ҡаҙаҡбаевтарҙың ныҡлы ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 65 йыл. Бер-береңә тоғро ҡалыуҙы тимер менән сағыштырып, был дата «тимер туй» тип нарыҡланған. Эйе, 65 йыл ул — алтмыш биш көн түгел. Уның һәр миҙгеле Ҡаҙаҡбаевтар өсөн ҡәҙерле, яҡын. Артҡа әйләнеп ҡараһаң, ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаған да, күпме бәхетле минуттар кисермәгән был йылдар арауығында ир менән ҡатын. Ауылдың яҙмышы уларҙың тормошонан айырылғыһыҙ. Йәштәргә өлгө булған был ғаиләне һәр кем ихтирам итә. Ҡаҙаҡбаевтар гөрләтеп донъя көтөүе, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүе менән бәхетле.
Алтмыш биш йыл буйы бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлын үтеү, биш баланы үҫтереп, барыһын да башлы-күҙле итеү, әле булһа ла уларға ышаныслы терәк булыу ҡайһы берәүҙәр өлөшөнә төшмәҫтәй бәхет тә, көс еткеһеҙ яуаплылыҡ та. Ябай ҙа, ихтирамлы ла, ихлас та был бәхетле инәй менән олатайҙың ҡарашында әле булһа бер-береһенә ғүмерлек һөйөү, ихтирам тойғолары сағыла. Алдағы көндәрҙә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, ейәндәр, бүләләр изгелеген күреп, оҙаҡ ваҡыт тиң йәшәргә яҙһын уларға.
Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте төркөмө.