


ИХ, ТЕЛДЕ ТЫЙЫҢҠЫРАП ЙӨРӨРГӘ ТЕЛӘЙЕМ ДӘ БИТ, ЮҠ, УЛ ҺҮҘ ЫСҠЫНА, БЫНЫҺЫ… ӘЛЛӘ БӨТӨНЛӘЙ ҺӨЙЛӘШ- МӘЙ БАШЛАРҒА ИНДЕ? ШАЯРТАМ. ШУЛАЙ ҘА АҘ ҺӨЙЛӘ, КҮП ТЫҢЛА, ТИГӘНДӘЙ, АУЫҘҘЫ САМАЛАБЫРАҠ АСЫУ ФАЙҘАҒАЛЫР УЛ. КҮП ҺӨЙЛӘЙ БАШЛАҺАМ, ТОРМОШ ИПТӘШЕМ ТАРАФЫНАН ДА НИНДӘЙҘЕР ҺАЛҠЫНЛЫҠ ТОЙОП КИТӘМ. ӘЛЛӘ КҮБЕРӘК БУШТЫ ҺӨЙЛӘЙЕММЕ ИКӘН? ӘЙТКӘНДӘРЕМДЕ АНАЛИЗЛАП ҠАРАЙЫМ: ПРОБЛЕМАЛАР, ХӘЛ ИТЕЛӘҺЕ МӘСЬӘЛӘЛӘР ХАҠЫНДА ЙЫШЫРАҠ ҺҮҘ ҠУҘҒАТАМ ДА БАҺА! НИҺАЙӘТ, МӘШӘҠӘТЛЕ ЭШТӘН АРЫНЫП, ҒАИЛӘҺЕН ҺАҒЫНЫП ҠАЙТҠАН КЕШЕГӘ ҠЫУАНЫСЛЫ, МАТУР ХӘБӘРҘӘР ГЕНӘ ТЕҘЕРГӘ КӘРӘКТЕР. ЫСЫНЛАП ТА! ЯРАЙ, ҮҘГӘРӘМ.
Күп хәбәр һөйәһәм, бәләкәстәрем – ҡыҙым һәм улым тарафынан да һорауҙар күбәйә. Ниңә улай, ниңә былай тинең? Аҙаҡ ана шул һүҙҙәрем кемгәлер барып етеүе көн кеүек асыҡ. “Ә әсәйем, һеҙҙең этегеҙ уҫал, тине”. Оятыңдан ят та үл. Үтә әһәмиәтле тәнҡит түгел. Етмәһә, дөрөҫ тә. Әммә шул тиклем уңайһыҙ. Артабан ауыҙҙы үлсәп асырға ант итәһең дә бит, тағы ысҡына… Аталарына ғына әйткәнде лә ишетеп өлгөрәләр.
Хәҙер әхирәттәргә күсәйек. Беҙ һүҙһеҙ тора алмайбыҙ. Беребеҙ шымғанда ла, икенсебеҙ пулемет кеүек ата ғына. Осрашыуыбыҙ оҙаҡҡараҡ һуҙылһа, тормоштоң бар өлкәһен дә тикшереп сығабыҙ. Яңы итек, баланың тәрбиәсеһе, күршенең бесәйе, ниндәйҙер артист… Йә, Хоҙай, түҙеп кенә тор… Дуҫтарым ғәйбәт сәсеп, кешегә зыян ҡылып йөрөүселәрҙән һаналмаһа ла, барыбер кемдер хаҡында һөйләнелә, кемгәлер баһа бирелә шикелле.
Хеҙмәттәштәр… Хәбәр бутҡаһы бешмәгән, һүҙ йөрөтөлмәгән бер генә коллектив та юҡтыр ул был донъяла. Элегерәк бер осраҡ үҙемә ҙур һабаҡ булғайны. Коллегам менән ҡараҡаршы ултырабыҙ. Кемдер эшен килтерҙе. Хеҙмәттәшем уның мәсьәләһен миңә тапшырҙы. Ризалашып, алдым. Мин клиентҡа шылтыратып ҡайһы бер үҙенсәлектәр тураһында һорашырға булдым. Трубканы үҙе түгел, икенсе кеше алды. Танышым. “Ул әлегә юҡ, нимәгә кәрәк ине?” – тип һораны дуҫтарса. Мин, алдымды-артымды уйламай, әйттем дә бирҙем. Танышым бер һүҙ генә өндәште. Уны яманлау һүҙе. Трубканы һалдым да, ғәжәпләнеп, нимә ишеткәнмен – шуны ҡаршымда ултырған коллегама белдерҙем. Инде нисәнсе йыл бергә ултырып, яҡына- йып бөткәнбеҙ, эштә осраған нескәлектәр- ҙе бүлешеү – ғәҙәти хәл. Шуның менән нөктә лә ҡуйылыр ине. Юҡ. Баҡтиһәң, теге клиент менән коллегам бик яҡын кешеләр икән. Мин ишеткән һүҙ уға ла барып еткән. Һөҙөмтәлә, клиентыбыҙ теге танышыма ябырылған. Улар, баҡтиһәң, ниңәлер бер-береһен алдан уҡ күралмаған. Минең телемде тыймауым, кемдеңдер һүҙен “йотоп” алып ҡалмауым арҡаһында уларҙың араһы тағы ла киҫкенләште, ә үҙем яманатлы булып ҡалдым. Бына шулай, телде тыя белмәү арҡаһында кешеләр араһында фетнә сәселеүе ихтимал.
Китсе, иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә, тимәгеҙ берүк. Үрҙә һанап үткәндәр тәү ҡарамаҡҡа гонаһһыҙ һәм бер ҡатлы ғына мәсьәлә кеүек. Әммә, килешәйек, кешенең бар тормошо хәбәр һөйләү, һүҙ йөрөтөү ауына сырмалған. Интернет тураһында әйтеп тораһы ла түгел, кем нисек хәленән килә, ағыуын сәсеп, сағып ҡалырға тырыша. Тел арҡаһында ғына күңелдәр яралана, аралар боҙола, ыҙғыштар сыға. Ҡыҙғаныс, әҙәм балаһы ниңәлер матур хәбәр һөйләүгә ҡарағанда киреләренә өҫтөнлөк бирә. Хатта халыҡҡа маяҡ булып торорҙай гәзит-журналдар ҙа, сенсация артынан ҡыуып, кешеләрҙең шәхси тормошон тикшерә, яманатын сығара, кемдәрҙелер фашлай, имеш-мимеш, шик-шөбһә сәсә.
Халҡыбыҙҙың бик тапҡыр мәҡәлдәре бар: “Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән”; “Хәбәр һөйләү көмөш булһа, өндәшмәүең мең алтын”; “Өндәшмәгән – тауҙай бәләнән ҡотолған”.
Телде тыя алмауҙың зыяны хаҡында ике бик көслө хәҙис тә бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм былай тигән: “Кешенең Аллаһ алдындағы күпселек гонаһы телендә ярала (ялғанлау, нахаҡ яла яғыу, ғәйбәт, ҡарғау, әрләү, мыҫҡыл итеү). Ул нәҡ оҙон теле арҡаһында байтаҡ ауырлыҡтар кисерә һәм гонаһ йыя”.
Шулай уҡ Аллаһ Илсеһенең түбәндәге һүҙҙәре лә билдәле: “Ҡиәмәт көнөндә донъялыҡта үҙенә ҡағылмаған нәмә тураһында һөйләгәндәрҙең гонаһы күпселек була”.
Әҙәм балаһы үҙ тәғәйенләнешен аңлау, иғтибарын мөһим эштәргә йүнәлтеү урынына, ҡорһағын ғына уйлап, йәшәүҙе ашап-эсеү, мал йыйыуҙа ғына күреп, уның араһында кәрәкмәгән һүҙ ҡуйыртып ғүмерен бер файҙаһыҙға үткәреүсән. Ул ошо сәбәпле бер ниндәй ҙә отош алмай. Ерҙә лә бәхеткә ирешмәй, теге донъя рәхәтенән дә мәхрүм ҡалыуы ихтимал.
Ауыҙҙы үлсәп асырға кәрәк. Ошо алтын ҡағиҙәне онотмаһаҡ ине. Төп фекерҙе түбәндәге хик- мәт аша нығытып ҡуябыҙ.
“Бер кеше аҡыл эйәһенә мөрә- жәғәт итә:
– Бөтәһе лә мине ғәйбәтсе тип ғәйепләй, ошаҡсы, ти. Мин үҙ ғүмеремдә телемде тыя белмәнем. Ана шул уйламай һөйләгәндәремде нисек төҙәтә алам икән, әйтегеҙсе, зинһар.
Аҡыл эйәһе:
– Ҡауырһындар ал да иң бейек ҡыйыҡҡа мен һәм уларҙы елгә тарат, – тигән.
Кеше уның ҡушҡандарын тиҙ арала үтәгән. Шунан, ҡыуанысын көскә тыйып, йәнә аҡыл эйәһе эргәһенә килгән.
– Барыһын да эшләнем. Әйткәндәремде төҙәтә алдыммы? – тигән.
– Юҡ, һин әле ярты эште генә башҡарҙың. Хәҙер кире бар һәм ҡауырһындарҙың бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып ал.
Кеше уға ғәжәпләнеп ҡарап ҡуя һәм… киләсәккә ниндәй аҡыл хазинаһы биргәнлеген аңлай”.
ОШОНДАЙ АҠЫЛ ХАЗИНАҺЫ ҺӘММӘБЕҘҘӘ ЛӘ БУЛҺЫН ИНЕ.
Айлина КИЛДЕБАЕВА.