ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Ғинуар 2022, 10:04

Лайыҡлы тормош юлы үткән

-

Лайыҡлы тормош юлы үткәнЛайыҡлы тормош юлы үткән
Лайыҡлы тормош юлы үткән

Аҡъяр ауылында йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны - Латифа Сөнәғәт ҡыҙы Сабитова  оло юбилейын - туҡһан йәшен билдәләй. Ағинәйҙе район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре, мәғариф идаралығы вәкилдәре, райондың ветерандар советы рәйесе ҡотланы. Улар ағинәйҙе юбилейы менән тәбрикләп, фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалап, артабан да иҫән-һау йәшәүен теләне, бүләктәр тапшырҙы.
Латифа Сөнәғәт ҡыҙын ауылда ғына түгел, районда ла яҡшы беләләр. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ни бары бер яҙыу - уҡытыусы. Бар ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлап, Аҡъярҙың беренсе һанлы мәктәбендә балаларҙы немец теленә өйрәтә ул. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй әле лә төшөнкөлөккә бирелмәй, балалары тәрбиәһендә матур ғүмер итә. 

 

Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте төркөмө.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас