

Аҡъяр ауылында көнкүреш һәм һөнәрселек йүнәлештәрендәге ике коворкин үҙәк уңышлы эш башланы. Был коворкинг үҙәктәрҙе асыуға “2019-2024 йылдарҙа Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” муниципаль программаһы сиктәрендә аҡса бүленде.
Үҙәктең тормош-көнкүреш йүнәлешен шәхси эшҡыуар Лилиә Биксимбетова асты. Бында бөҙрәхана, тырнаҡ эшләтеү, кейем ремонтлау һәм тегеү, асҡыс эшләтеү, аяҡ кейемдәрен йүнәтеү, компьютер һәм тормош-көнкүреш техникаларын ремонтлау хеҙмәте күрһәтелә.
Ә һөнәрселек йүнәлешендәге коворкинг үҙәкте Рәмил Билалов етәкләй. Был үҙәктә балта оҫталары, ағас эшкәртеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары урын алып эшләй.