

Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул күҙҙәр өсөн дә бик файҙалы, ҡартайыуҙы тотҡарлай.
Көн дә ошо емеш менән туҡланған кешегә пневмония һәм бронхит ҡурҡыныс түгел.
Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик мөһим аҙыҡ.
Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала.
Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ундағы тимер, микроэлементтар ярҙамында анемияны бөтөрөргә мөмкин. А һәм С витаминдарына бай.
✅Һыуыҡ үткәндә, грипп менән ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 г йылы һыу һалып, бер нисә көн эсегеҙ, тамаҡ сайҡағыҙ һәм тиҙ һауығырһығыҙ.
✅Депрессия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашағыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фруктоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
Сығанаҡ: "Башкортостан ҡыҙы" журналы.
Фото:ru.depositphotos.com