ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Декабрь 2021, 10:53

Өфөлә Яңы йыл программаһы билдәле булды

-

Өфөлә Яңы йыл программаһы билдәле булдыӨфөлә Яңы йыл программаһы билдәле булды
Өфөлә Яңы йыл программаһы билдәле булды
Яңы йыл төнөндә Ҡунаҡһарай янында бүләктәр уйнатыла, уйындар, флешмоб ойошторола. Төнгө сәғәт 12-лә урамдағы ҙур экранда республика Башлығының һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡотлауы яңғырай.

Хедлайнерҙар — легендар «Мираж» төркөмө һәм «Galibri & Mavik» дуэты. Шулай уҡ һеҙҙе башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарының сығышы көтә.Ҡыш бабай менән Яңы йыл шоу-дискотекаһы төнгө сәғәт 3-кә тиклем дауам итә.

1 ғинуарҙа Ҡунаҡһарай биләмәһендә Вәғәҙәләр йүгереше планлаштырыла.
АРТ-Квадратта һәм Ҡунаҡһарайҙа Яңы йыл карнавалы ойошторола. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә ҡимммәтле бүләктәр тапшырыла, төп приз — iPhone 13. Конкурста байрамға үҙенсәлекле карнавал костюмында килгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.

2 ғинуар — Ҡунаҡһарайҙа Ҡышҡы һабантуй. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙән Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн милли уйындар үткәрелә. Шул уҡ көндә самауырҙар конкурсы ла ойошторола. Төп бүләк - 50 мең һум.

3 ғинуар — Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар һәм Ҡыш бабайҙар парады (АРТ-Квадрат, Профсоюздар һарайы, Ҡунаҡһарай). Ҡарһылыуҙар араһында төрлө номинацияларҙа конкурс үткәрелә, төп приз — 100 мең һум.

4 ғинуар — атлы саналар парады. Парад Ағиҙел йылғаһы яры буйында көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Иң сағыу, матур һәм үҙенсәлекле биҙәлгән атлы санаға конкурс ойошторола. Гран-при — 100 000 мең һум.

5 декабрҙән 4 ғинуарға тиклем Ҡунаҡһарайҙа Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе эшләй.

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: terra-zima ru. Белешмәләр өсөн телефон: +7 917 379 38 72.
 
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Автор:
Читайте нас