

Башҡорт теле көнө сиктәрендә һәм Бөйөк шағир, Хәйбулла далаһының арҙаҡлы ир-уҙаманы Ҡәҙим Аралбаевтың 80 йәшлек юбилейы айҡанлы Степной ауыл мәҙәниәт йортонда "Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр" тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сара "Дуҫлыҡ" бейеү коллективының туған телгә бағышланған шиғырҙары менән башланып китте. Килгән ҡунаҡтарға бейеп тә күрһәтте ҡыҙҙар. Әлимә Ҡәйепова яҡын туғаны - Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаевтың ордены кавалеры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтың тормош юлы менән таныштырҙы. Ауылдың ағинәйе Йомабикә Әүүәл ҡыҙы Фазылова, Степной ауыл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнисә Хужахмәт ҡыҙы Бикбова "Таналығым" һәм "Аҡһаҡ төлкө" шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Көнһылыу Ҡоланбаева "Шәжәрә" шиғырын уҡып күрһәтте.
Арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныу һәм башҡорт телен үҫтереүгә, һаҡлауға, киңерәк таратыуға йүнәлтелгән фәһемле сара фекер алышыу, теләктәр менән үрелеп барҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға, "Дуҫлыҡ" бейеү коллективында шөғөлләнеүсе талантлы ҡыҙҙарға рәхмәтен еткерә ойоштороусылар. Туған телебеҙҙе онотмайыҡ, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләйек, тип йомғаҡланы улар сараны.
Сығанаҡ: район хакимиәте.