ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Ноябрь 2021, 16:42

Өс район карантинға ябылған

Башҡортостанда, өс район һыйырҙар араһында ҡурҡыныс ауырыу таралыу сәбәпле, карантинға ябылған, тип хәбәр итәләр республиканың Ветеринария идаралығынан.

Өс район карантинға ябылғанӨс район карантинға ябылған
Өс район карантинға ябылған

Һыйырҙарҙа лейкоз сире таралған. Уларҙың төрлө органына насар шеш сыға, бигерәк тә ҡан-тамыр системаһында сир йыш осрай. Сирле малдың һөтөндә канцероген матдәләр бүлә, ул кешелә лә рак барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Малды был сирҙән дауалап булмай, шуға ла салырға тура килә.

Карантин 9 ноябрҙән – Күгәрсен районының Ҡалдар  ауылында, ә 15 ноябрҙән –  Балтас районының Ҡомъяҙы, Бөрө районының Ҡуян ауылдарында индерелә. Был мәлдә малды ферманан сығарыу, һөтөн һауып алыу тыйыла.

Фото: photographers.ua

https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-19/s-rayon-karantin-a-yabyl-an-2590013

Автор:
Читайте нас