ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Ноября 2021, 03:54

Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы

Ял көндәрендә һауа торошо ҡышҡыса була

Ап-аҡ ҡарҙар яуҙыАп-аҡ ҡарҙар яуҙы
Ап-аҡ ҡарҙар яуҙы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 13-14 ноябрҙә республикала ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ була. 13 ноябрҙә урыны менән ҡар һырынтылары көтөлә.

Быйыл ҡар ғәҙәттәгенән 3-5 көнгә һуңыраҡ ята. Һауа температураһы төндә -1,-8, көндөҙ иһә +2,-4 градус була.

Киләһе аҙнаның башында республикала һауа температураһы түбәнәйә башлай.

Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, ноябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-12/a-na-a-a-ynda-respublika-a-ysh-kil-2580293

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас