

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Нефтекама хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс эшҡыуар үҙҙәренең инвестиция проекттарын һәм идеяларын тәҡдим итте. Беренсе инициатор дезинфекция, дератизация, дезинсекция, дезодорациия, демеркуризация, продукттарҙың һаҡланыу ваҡытын арттырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү проектына адреслы социаль ярҙам һораны.
“Феникс” футбол мәктәбе” автоном коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаһы Нефтекамала яһалма япмалы футбол майҙаны булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
"Технологии аренды" йәмғиәте электросамокаттарҙы ҡуртымға биреү пункттарының һанын арттырыуҙа ярҙам һораны.
Эшҡыуарға район өсөн мөһим проектты уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде, тәҡдимдәр әйтелде.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/134733