Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Октября , 10:04

Ярҙам саралары арта

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибар ҙур. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам саралары артаЯрҙам саралары арта
Ярҙам саралары арта

Башҡортостанда ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса системалы эш дауам итә. Бөгөн республикала 60-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Улар мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, эшкә урынлашыу һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү кеүек өлкәләргә ҡағыла. Сараларҙың бер өлөшө 2025 йылда, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы иғлан ителгәндә индерелде.

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүгә һәм оҙатыуға айырыуса иғтибар бүленә. Республиканың 27 районында һәм ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусылар һә уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙа итеү буйынса махсус муниципаль үҙәктәр эшләй. Тағы ла 36 ошондай үҙәк асыу планлаштырыла.

– Беҙҙең алғы һыҙыҡтағы егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж булмауына ышанырға тейеш. Махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡандар да беҙҙең һәр ваҡыт улар янында буласағыбыҙҙы һәм уларҙы үҙ ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмаҫыбыҙҙы белергә тейеш. Ә өйҙәренә ҡайтҡандарға тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итербеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фронттан ҡайтҡан МХО ҡатнашыусыларын эшкә урынлаштырыуҙа, һөнәри йүнәлештә һәм ҡайтанан уҡытыуҙа ярҙам итеү буйынса эш дауам итә. Радий Хәбиров ветерандарҙы тыныс тормошҡа интеграциялауҙың мөһимлеген билдәләне.

– Беҙҙең яугирҙәр араһында бик күп аҡыллы кешеләр бар. Уларҙы яйлап дәүләт власы структураһына берләштерергә, кадрҙар резервы итеп ҡарарға кәрәк, — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор: