

Нисек пилотһыҙ системалар операторы булырға? Кем пилотһыҙ системалар операторы була ала?
Яңы подразделение контрактсылары, шул иҫәптән ғаилә ағзалары, федераль һәм республика ташламаларынан файҙалана ала. Яугирҙәр өсөн өҫтәмә өҫтөнлөктәр ҙә бар. Дрон операторҙары алғы һыҙыҡтан алыҫтараҡ хеҙмәт итә.
Бынан тыш, бөтә кандидаттарҙы бушлай уҡытыу ойошторола, шунан һуң улар заманса һөнәргә эйә була. Контракттың төп шарты – башҡа подразделениеларға күсереү һәм һөнәрҙе алмаштырыу тыйыла.
Хеҙмәт итеү ваҡыты аныҡ билдәләнгән һәм бер йыл тәшкил итә, аҙаҡ яугир хеҙмәтен ҡалдырырға йәки Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөй ала.
Хәрби хеҙмәткәрҙәргә контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң һәм 180 көн хеҙмәт иткән һайын 200 мең һум, шулай уҡ эш хаҡынан тыш көнөнә ике мең һум түләнә. Хеҙмәттең беренсе йылында түләүҙәр 4 120 000 һумға етә.
Талаптар һәм өҫтөнлөктәр тураһында тулыраҡ карточкала ҡарағыҙ.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/care/2026-10-06/pilot-y-sistemalar-sk-ren-sa-yralar-4836831