Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Октября , 06:14

Йәштәр, етеҙҙәр кәрәк!

Контрактҡа ҡул ҡуйғандар уҡыуҙы башлаған да. Теләге булғандар әле лә өлгөрә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр, етеҙҙәр кәрәк!Йәштәр, етеҙҙәр кәрәк!
Йәштәр, етеҙҙәр кәрәк!

Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөткән яңы пилотһыҙ системалар батальоны барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта бында махсус контрактҡа ҡул ҡуйғандар өсөн уҡыуҙар бара. Егеттәр полигондарҙа ныҡлы әҙерлек үтә. Улар тәүҙә стимуляторҙа эшләргә өйрәнә, шунда уҡ ысын дрондар менән дә эш итә, тәжрибә туплай. 

Бер юлы яңы батальонды тулыландырыу дауам итә. Бында кемдәрҙе йыялар? Тәү сиратта 18 - 35 йәшлек егеттәр. Тап дрондар менән идара итеүҙә уларҙың һөҙөмтәләре яҡшыраҡ. Йәштәрҙең өҫтөнлөктәре бихисап – яҡшы реакция, тиҙ өйрәнеү һәләте, моторика, яңылыҡтар уйлап табыу. Унда шулай уҡ 35 - 45 йәшлек ир-егеттәр — водителдәр, механиктар, электриктар хеҙмәт итә ала. Хеҙмәт өсөн кәрәкле күнекмәләргә килгәндә, БПЛА операторы роле геймерҙарға айырыуса еңел бирелә. Үҙ көсөн махсус аппаратура ҡуйылған батальон штабында һынап ҡарарға мөмкин.

Батальонға бөтәһе 300 кеше йыйырға кәрәк. Егеттәр унда әүҙем бара, бер аҙна эсендә ун махсус контрактҡа ҡул ҡуйылған да. Уның мөҙҙәте бер йыл. Был ваҡыт яңы һөнәрҙе үҙләштерергә һәм артабанғы яҙмышты хәл итергә етә. Һуңынан яугир контрактты оҙайта йәки хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын һәм пилот документын алып, өйөнә ҡайта ала.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт йылы яугиргә етди социаль гарантиялар һәм ғүмеренең ҡалған өлөшөнә льготалар бирә. Был – ветеран таныҡлығы ла, түләүҙәр ҙә, дәүләт наградалары ла, бөтә ярҙам саралары ла. Карьера үҫеше йәһәтенән улар алдында ҙур перспективалар асыла. Ә шулай уҡ хәрби хеҙмәт ваҡытында уның гражданлыҡ һөнәре һаҡлана.

Бер йыл хеҙмәт иткән өсөн БПЛА операторына 4 миллион 120 мең һум түләнә, шулай уҡ ҡыйратылған техника һәм дәүләт наградалары өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Был тәҡдимдән юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары ла файҙалана ала. Хеҙмәт итеү осоронда уларға академик отпуск бирелә, ә бер йылдан улар бюджет нигеҙендә уҡыуын дауам итә ала.

Батальонды ойоштороусылар сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырыу көткән егеттәргә айырым мөрәжәғәт итә. Улар бында үҙ яҡташтары менән бергә алғы һыҙыҡтан 30-60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан батальонда хеҙмәт итәсәк. Батальонда булыу сроклы хеҙмәт үтеүгә тиңләнә.

Әлбиттә, БПЛА ғәскәрҙәренә эләгергә теләүселәргә тәүҙә һайлап алыуҙы үтергә тура киләсәк. Дәғүәселәр А категориялы, йәғни тулыһынса сәләмәт булырға тейеш. Контрактҡа ҡул ҡуйыр алдынан улар тағы бер тапҡыр хәрби-табип комиссияһын үтәсәк. Бынан тыш, уларҙың ябылмаған хөкөм ителеүе булырға тейеш түгел.

Муса Гәрәев исемендәге башҡорт пилотһыҙ системалар батальонына инергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә, шулай уҡ бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте: +7 908 358 0000, +7 995 948 6541 номерҙары буйынса белә ала.

Фото: "Молодежная газета". 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор: