Барыһы ла Еңеү өсөн
28 Сентября , 11:10

Илгиз Солтанморатов: "Пилотһыҙ системалар артында — киләсәк"

Муса Гәрәев исемендәге батальонға һалдаттар һайлау бара, контракт бер йылға төҙөлә.    

Илгиз Солтанморатов: "Пилотһыҙ системалар артында — киләсәк"Илгиз Солтанморатов: "Пилотһыҙ системалар артында — киләсәк"
Илгиз Солтанморатов: "Пилотһыҙ системалар артында — киләсәк"

Батальон вәкиле Илгиз Солтанморатов һалдаттарҙы нисек ҡабул итеүҙәре һәм уларға ниндәй гарантиялар бирелеүе тураһында һөйләне.

– Гарантиялар Рәсәй Федерацияһы Президентының пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу тураһындағы указында уҡ күрһәтелгән. Уларҙың үтәлеүен, боҙоуҙар булмаһын өсөн, тикшереү органдары, прокуратура һәм башҡалар ҡәтғи контролдә тота. Быны Юғары Баш командующий үҙе тикшерә.

Беҙҙең исемле батальонға, ул 27-се дивизия базаһында булдырыла, беҙҙең дивизияның пилотһыҙ системалар командиры, Рәсәй Геройы Тельман Уралбаев килеп китте. Шулай уҡ әйтелде: кеше пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә килһә, бер йыл хеҙмәт итә һәм уны бер ҡайҙа ла күсермәйҙәр. Йәштәрҙән үҙ сиратында армия дисциплинаһын һаҡлау, тырышып хеҙмәт итеү, республиканы оятҡа ҡалдырмау талап ителә, — тине ул.

Шулай уҡ белгес яңы ғәскәр төрө һалдаттарын социаль яҡлау саралары тураһында һөйләне.

– Башҡортостан Республикаһында федераль сараларҙан тыш, МХО һалдаттары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-ләп социаль ярҙам сараһы бар. Мәҫәлән, Оборона министрлығынан контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләү 400 мең һум тәшкил итә. Әммә кешеләр аҡса өсөн генә түгел, ә Тыуған илгә хеҙмәт итеү, кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы һөнәр үҙләштереү теләге менән килһен ине. Пилотһыҙ системалар артында — беҙҙең илдең хәрби генә түгел, гражданлыҡ өлкәһенең дә киләсәге, — тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына йыялар. Пилотһыҙ осоу аппараттары батальонында хеҙмәт итергә теләүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса алыу мөмкинлегенә эйә.Телефондар: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00.

Автор:
Читайте нас