

Муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән үҙәк өсөн айырым бина бүленгән, унда ремонт яһалған һәм йыһаздар һатып алынған. Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: барыһын да тәртипкә килтереүҙә, уны йыһазлауҙа ирекмәндәр, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашыуы булып тора. Ошо арҡала был урын уңайлы ғына түгел, ә күңелгә йылылыҡ бирә, халыҡсан мөхит тыуҙыра.
Район башлығы Илмир Мәжит улы тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәктәрен билдәләне.
- Бөгөн барыбыҙ өсөн дә оло байрам, яугир яҡташтарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге булдырыу күптән ҡуйылған маҡсат ине. Һәм ниһайәт бөгөн ремонт эштәренән һуң, ул үҙенең ишектәрен аса. Яңы үҙәк Ватан һаҡсылары өсөн көс туплау, ярҙам алыу урынына әйләнәсәк, уларҙың яҡындарына берләшеү, аралашыу өсөн һәм матур сараларға йыйыла торған урын буласаҡ. Бында һәр кем ярҙам, кәңәш һорап, хатта аралашыу өсөн генә лә мөрәжәғәт итә ала. Махсус хәрби операция яугирҙарына ил мәнфәғәтен яҡлауҙа күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем. Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын! - тине Илмир Мәжит улы һәм махсус хәрби операция яугирҙарына һәм батырҙарса һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Материалды тулыһынса Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитендә уҡығыҙ.