Барыһы ла Еңеү өсөн
22 Сентября , 05:27

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә

Аҡъяр ауылынан «Беҙ бергә - көс» хәйриә фонды ирекмәндәре сираттағы махсус операция биләмәһенә юллана торған гуманитар ылауға әүҙем әҙерләнә.

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнәСираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә

Фондтың эше бер көнгә лә туҡтамай, берәүҙәр маскировкалау селтәрҙәре үрһәләр, икенселәр посылка тултыралар, башҡалар иһә шифалы балдан  файҙалы ҡатнашма әҙерләйҙәр. «Сираттағы гуманитар ярҙам туплауҙы  әүҙем дауам итәбеҙ. Ҡаһарман яугирҙарыбыҙ беҙҙең ярҙамды, берҙәмлекте тойорға тейеш. Тыл ныҡ, ышаныслы булһа, егеттәребеҙгә ауыр мәлдәрҙә еңелерәк буласаҡ. Донъялар тынысланып китһен, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһындар!», - ти ирекмәндәр. Тиҙҙән юлланасаҡ күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға имен-аман барып етһен һәм көс-дәрт өҫтәһен!

Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнә
Автор:Лира Такалова
Читайте нас