

Ошо көндәрҙә 2016 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итеп, әле махсус хәрби операция биләмәһендә булған “Башҡорт” позывнойлы яугир ялға ҡайтҡан. Был хаҡта Хәйбулла районы башлығы Илмир Ҡотоев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр иткән.
“Бөгөн беҙ яҡташыбыҙҙы хөрмәтләнек — "Башҡорт" позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.
"Башҡорт" 2016 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә, махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта. Уның наградалар исемлегендә “Батырлыҡ өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары бар.
Әле яугир ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһын ғаиләһе менән үткәрә.
Беҙ үҙебеҙҙең яҡлаусыбыҙ менән ғорурланабыҙ! "Башҡорт"ҡа көс-ҡеүәт, аҡ юл теләйбеҙ, имен-аман ҡалырға саҡырабыҙ. Беҙ уның иҫән-һау өйөнә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!”- тип яҙған район башлығы үҙенең “Бәйләнештәге” сәхифәһендә.
Сығанаҡ: Илмир Ҡотоевтың “Бәйләнештәге” сәхифәһенән