Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Сентября , 14:23

«Башҡорт», «Толпар» һәм «Брат»: фронт һәм тыл бер өҫтәл артында

«Еңеүгә юл — берҙәмлектән башлана» тип, Хәйбулла һәм Әбйәлил районы ирекмәндәре яугирҙар менән айырыуса йөкмәткеле, тулҡынландырғыс һәм йылы осрашыу уҙғарҙы һәм тәжрибә уртаҡлашты

«Башҡорт», «Толпар» һәм «Брат»: фронт һәм тыл бер өҫтәл артында«Башҡорт», «Толпар» һәм «Брат»: фронт һәм тыл бер өҫтәл артында
«Башҡорт», «Толпар» һәм «Брат»: фронт һәм тыл бер өҫтәл артында

Хәйбулла районының «Беҙ бергә — көс» хәйриә фондының штабында бөгөн айырыуса йөкмәткеле, тулҡынландырғыс һәм йылы осрашыу булды. 

Из күңелле Хәйбулла волонтерҙарына ҡунаҡҡа Әбйәлил районынан «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре» төркөмө ирекмәндәре килде. Осрашыуға «Башҡорт», «Толпар» һәм «Брат» позывнойлы яҡташ яугирҙар саҡырылды. Фонд рәйесе Светлана Луценко ҡунаҡтарҙы хәйриә фондының төп өҫтөнлөклө эштәре, атап әйткәндә, хәрбиҙәргә даими ярҙам күрһәтеү, фронт һәм тыл бәйләнешен булдырыу, ирекмәндәр эшен ойоштороу тураһында һөйләне. Һуңынан яугирҙар үҙҙәренең бер кемде лә битараф ҡалдырмаған алғы һыҙыҡтағы кисерештәре, шәхси тарихтары менән уртаҡлашты. Ә ирекмәндәр фронтҡа ярҙам итеүгә нимә этәреүе тураһында бәйән итте, ҡиммәтле тәжрибә менән уртаҡлашты.

«Башҡа райондарҙан йәки төбәктәрҙән ошондай оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр менән осрашыу беҙгә көс-дарман бирә. Беҙ ирекмәнлек өлкәһендәге ҙур тәжрибәбеҙ, эште ойоштороу буйынса тупланған белемдәребеҙ менән бүлешергә һәр ваҡыт әҙер. Ҡунаҡтарға эшмәкәрлегебеҙ менән ихлас ҡыҙыҡһыныуҙары һәм дөйөм эшебеҙгә тоғролоғо өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тик бергәләп, берҙәм тыл булып ҡына, беҙ дөйөм Еңеүҙе яҡынайта алабыҙ!» — тип осрашыуға йомғаҡ яһаны фонд ирекмәндәре.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас