Барыһы ла Еңеү өсөн
31 Августа , 09:30

"Үҙебеҙҙекеләр араһында беренсе буласаҡмын"

18 йәшлек Руслан ни өсөн бындай аҙымға барған?    

"Үҙебеҙҙекеләр араһында беренсе буласаҡмын""Үҙебеҙҙекеләр араһында беренсе буласаҡмын"
"Үҙебеҙҙекеләр араһында беренсе буласаҡмын"

Стәрлетамаҡ егете нефть өлкәһендәге хеҙмәтен дрондарға алыштырырға ниәтләгән. Уға әле ни бары 18 йәш. Яңы ғына колледжда нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор һөнәрен алған. Хәҙер “Малой” позывнойлы һалдат Тыуған ил һағына баҫыу теләге менән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу аппараттары батальонына яҙылған.

"Ни өсөн бындай аҙымға барырға булдың?” тигән һорауға Руслан Цойҙың йыр һүҙҙәре менән яуап бирҙе: “Үҙебеҙҙекеләр араһында беренсе буласаҡмын”. Уның ғаиләһендә лә, дуҫтары араһында ла фронтта хеҙмәт иткәндәр юҡ. Егет барыһын да шәхси хәл иткән. Хәрби комиссариатҡа үҙе килгән. Пилотһыҙ осоу операторы хеҙмәтен дә үҙе һайлаған, сөнки бәләкәйҙән компьютер уйындары, джойстик менән күнекмәләр уға яҡшы таныш. Фронттың өсөнсө линияһында хеҙмәт итәсәк.

Руслан махсус хәрби операция биләмәһенә киткәнгә ҡәҙәр тәүҙә уҡыу курстарын тамамлаясаҡ.

Пилотһыҙ осоу операторҙары бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡларға ярҙам итә, штурм төркөмдәренә булышлыҡ ҡыла. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.

Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең бүтән төрөнә күсерергә ярамай.

Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөүгә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.

Автор:Дина Арсланова.
 
 
Автор:
Читайте нас