Барыһы ла Еңеү өсөн
31 Августа , 14:14

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне

Башҡортостан Башлығы хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән МХО яугирҙәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ике яҡташыбыҙ генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләнеБашҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне
Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙарын бүләкләне

Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе МХО-ла ҡатнашыусыларҙы бүләкләүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы уҡсылар взводы командиры урынбаҫары Айнур Вәлиевҡа һәм батальон командирының ҡоралланыу буйынса урынбаҫары Фидель Ғилметдиновҡа дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Иғтибар итегеҙ, бынан ниндәй кешеләр илебеҙҙе һаҡлай!» – тине республика етәксеһе.

 

 

ФОТО: СКРИНШОТ | БР ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ОПЕРАТИВ КӘҢӘШМӘҺЕНӘН ТРАНСЛЯЦИЯ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас