

Дрон операторы билдәләүенсә, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү күнекмәләре бөгөн армияла ғына түгел, ә граждандарҙың эшмәкәрлек өлкәләрендә лә талап ителә. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү заманса юғары технологиялы компетенциялар бирә, ти ул.
Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡорт» 2024 йылда РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Быға тиклем ир-уҙаман тыуған ауылында механизатор булып эшләгән.
Хәҙер уның бурыстары – разведка, артиллерия утын коррекциялау, дошман позицияларына һөжүм итеү, шулай уҡ алғы һыҙыҡҡа боеприпастар һәм медикаменттар ташыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осоу системалары батальонына йыйыу иғлан ителде. БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынған ир-егеттәр Өфөнөң Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан 3-сө йортта көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Телефон: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00.