

Яугир һүҙҙәренсә, бөгөн БПЛА операторҙары разведкала, сәп төбәү, һөжүм итеү буйынса бурыстарҙы үтәүҙә ҡатнаша, шулай уҡ боеприпастар һәм медикаменттар ташыуҙа ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта дрондар менән идара итеү оҫталығы тыныс тормошта ла бик кәрәкле, ти ул.
Яңыраҡ "Башҡорт" ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып ҡайта. Уны яҡындары, ауылдаштары йылы итеп ҡаршы ала, яугир ял көндәрен ғаиләһе - ҡатыны һәм өс балаһы янында уҙғарып, артабан хәрби бурысын үтәргә көс-дәрт туплап, юл ала. Уның иҫән-имен йөрөүен теләйбеҙ!
Осоуһыҙ пилот аппараттары подразделениеларында хеҙмәт итеүгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ бар икән, 122 телефон һандары буйынса шылтыратып яуап алырға мөмкин.