

Динар Данис улы Ҡариҙелдәге 2-се урта мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәрселек училищеһында уҡый. Аҙаҡ армия хеҙмәтенә алына, танк ғәскәрҙәрендә хәрби оҫталыҡҡа өйрәнә. Тыуған яғына ҡайтҡас, мөхәббәтен осрата, Айһылыу менән ғаилә ҡора. Хәҙер уларҙы һөйөндөрөп, дүрт балаһы бер-бер артлы үҫеп килә, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.
Илдә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, Динар Нурисламов үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2022 йылдың сентябрендә танк механик-водителе булып хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл танк отрядында хеҙмәт иткәндән һуң “Нурик” штурмлаусы булып китә, ул иң ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы иңенә алған подразделение составында Яңы Елизаветовка һәм Новопавловка пункттарын алыуҙа ҡатнаша. Тағы бер йылдан һуң снайпер функцияларын үтәй башлай.
Яҡташыбыҙҙың хәрби ҡаҙаныштары юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Ҡаһарманлыҡ ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Хәрби отличие өсөн” миҙалдары хәрбиҙең күкрәген биҙәй.
Динар Данис улына һәм яҡташтарыбыҙға уңыштар, именлек теләйбеҙ! Еңеү менән тиҙерәк Башҡортостанға ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: шәхси архивтан.