Пилотһыҙ системалар ғәскәре: ташламалар, өҫтөнлөктәр бар

Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләп, Оборона министрлығы  менән килешеү төҙөүселәр тейешле түләүҙәр һәм социаль гарантиялар ала, айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар.

Пилотһыҙ системалар ғәскәре: ташламалар, өҫтөнлөктәр барПилотһыҙ системалар ғәскәре: ташламалар, өҫтөнлөктәр бар
Пилотһыҙ системалар ғәскәре: ташламалар, өҫтөнлөктәр бар

Хәҙерге заманда ил һаҡлауҙа пилотһыҙ осоу аппараттары ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың эш даирәһе киң: разведка ла алып бара, һөжүм дә итә, боеприпастар, аҙыҡ-түлек, дарыу ташый, эвакуация ваҡытында ярҙам итәләр.

Шуға ла ошо йүнәлештәге үҙаллы ғәскәр төрө төҙөү өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Рәсәй был эште атҡарып сыҡты. 

Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр тейешле түләүҙәр һәм социаль гарантиялар ала, айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар. Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.

Талаптар: 

- 18-45 йәшлек Рәсәй граждандары булған, һаулығы буйынса хеҙмәткә ярарлыҡ ир-егеттәр;

- хәрби хеҙмәттә булмағандар ҙа ҡабул ителә;

- белем 9 кластан да түбән булмаҫҡа тейеш;

- ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителмәгән булырға;

- "геймер" тәжрибәһе, радиосамолет/дрон, БПЛА менән идара итә белеү хуплана. 

Өҫтөнлөктәр:

- операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә, улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.

- Оборона министрлығы тәүҙә бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. 

- студенттарға айырым шарттар тәҡдим ителә. Теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй, ә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бюджет урындарына күсеп уҡыуын дауам итә ала.

- хәрби заданиены үтәгәндә айырым уңыштарға өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 телефонына шылтыратып, йә башбат.рф сайтында танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа барырға була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.  

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.
 
 
Автор:
Читайте нас