

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика инфраструктураһын һауанан һәм БПЛА һөжүменән һаҡлаусы хәрби хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ уларҙың туғандарына льготалар биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Документтар мәғариф, хеҙмәттәр өлкәһендә өҫтәмә ярҙам сараларын һәм матди өлөштө үҙ эсенә ала.
Указға ярашлы, яугирҙәрҙең балаларын йәш ярымдан сиратһыҙ балалар баҡсаһына алалар, ата-әсә түләүенән азат итәләр һәм оҙайтылған көн төркөмөндә, түңәрәктәрҙә бушлай урындар бирәләр. Ғаилә Милли архив хеҙмәттәренә 50% ташламаға, шулай уҡ дәүләт учреждениеларында сираттан тыш хеҙмәтләндерелеүгә иҫәп тота ала..
Матди ярҙамға килгәндә, яугир һәләк булған осраҡта уның ғаиләһе бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлы (тәртибен һәм күләмен Башҡортостан хөкүмәте билдәләй).
Указ 2026 йылдың 9 июлендә көсөнә инде.
Автор: ӘЛФИӘ ӘҺЛИУЛЛИНА