

Башҡортостанда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә яугирҙәрҙе йыйыу дауам итә. Ул – Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары буйынса ойошторолған элиталы яңы ғәскәр.
Хәҙерге заман бәрелештәрендә, ил һаҡлауҙа пилотһыҙ осоу аппараттары ҙур әһәмиәткә эйә. Улар разведка ла алып бара, һөжүм дә итә, боеприпастар, аҙыҡ-түлек, дарыу ташый, эвакуация ваҡытында ярҙам итә.
Шуға ла ошо йүнәлештәге үҙаллы ғәскәр төрө төҙөү өлгөрөп текән мәсьәлә ине. Рәсәй был эште атҡарып сыҡты.
Пилотһыҙ ғәскәр системаһында хеҙмәт итергә теләүселәр тейешле түләүҙәр һәм социаль гарантиялар ала, айырым өҫтөнлөктәр ҙә бар. Пилотһыҙ системалар ғәскәренә 18-ҙән 45-кә тиклем йәштәге, һаулыҡ торошо яҡшы Рәсәй граждандары ҡабул ителә. Улар Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй ала. Пилотһыҙ системалар ғәскәре яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре 50-гә яҡын ташламанан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.
Бында хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре:
- операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә, улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.
- Оборона министрлығы тәүҙә бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел.
- студенттарға айырым шарттар тәҡдим ителә. Теләүселәр академик ял алып контракт төҙөй, ә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бюджет урындарына күсеп уҡыуын дауам итә ала.
- хәрби заданиены үтәгәндә айырым уңыштарға өлгәшеүселәргә 50 мең һумдан 500 мең һумғаса түләүҙәр ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 телефонына шылтыратып, йә башбат.рф сайтында танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа барырға була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.
Ентекләберәк - карточкала.