

Һәр ваҡыттағыса был мөһим эшкә Хәйбулла районы халҡы берҙәм, дәррәү ҡушылды. Ике «УАЗ» автомобиле, мотоцикл, машиналар өсөн тәгәрмәстәр, төҙөлөш материалдары, техниканы ремонтлау өсөн кәрәкле запас частар, медицина препараттары һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтар оҙатылды.
Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтеп, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләме, йылылығы барып етһен!