

Белеүебеҙсә, илебеҙҙә президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса “Геройҙар ваҡыты” тигән программа тормошҡа ашырыла. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы артабан уҡытыуға, үҫтереүгә, улар иҫәбенән ил өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙы даими контролдә тота. Ошо көндәрҙә ул Халыҡ фронтының “Барыһы ла Еңеү өсөн!” форумында ҡатнашты һәм әлеге хәрәкәттең етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашты.
Сара барышында МХО ветераны Роман Бояркин президентҡа “Геройҙар ваҡыты” программаһында ҡатнашырға теләүе, әммә быны эшләү бик ҡатмарлы булыуы хаҡында белдерә. “Был һорауҙы хәл итербеҙ”, – тип яуаплай Путин һәм МХО ветеранына Тыуған илгә хеҙмәте һәм тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерә.
Роман Бояркин 2025 йылда Курск өлкәһен азат иткәндә ауыр яралана. Табиптар уның ике аяғын да ҡырҡырға мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, яугир бөгөн дә сафта: ул, реабилитация үткәс, БПЛА инструкторы булып эшләй башлай, ирекмән булараҡ, госпиталдәргә йөрөй, ундағы яугирҙәр менән осрашып, уларға рух ныҡлығы, еңеүгә дәрт өҫтәй.
Сығанаҡ: vk.com/vremyageroev2024