Татыр-Үҙәк ауылының ҡурҡыу белмәҫ батыры

Ир-егеттәр ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек сифаттарына тап төшөрмәгән. Бөгөн Ватаныбыҙ именлеге һағына ҡулына ҡорал алған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан көслө рухлы яугирҙар ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. «Дошман яуына ҡаршы торғанда үҙ-ара аңлашыу, дуҫлыҡ, берҙәмлек булһа илебеҙ тыныслығы һәм йәшәү өсөн көрәш икеләтә көслө»,  - ти улар.

Ир-егеттәр ниндәй генә осорҙа йәшәмәһен Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек сифаттарына тап төшөрмәгән. Бөгөн Ватаныбыҙ именлеге һағына ҡулына ҡорал алған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан көслө рухлы яугирҙар ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. «Дошман яуына ҡаршы торғанда үҙ-ара аңлашыу, дуҫлыҡ, берҙәмлек булһа илебеҙ тыныслығы һәм йәшәү өсөн көрәш икеләтә көслө»,  - ти улар.

Көслө рухлы яҡташ яугирҙар менән әңгәмәләшкәндә уларҙың аҙ һүҙле, бер аҙ ҡырыҫ икәнлеген тойомлайһың, шул уҡ ваҡытта ябай, тыныслыҡтың ҡәҙерен аңлаған олпат күңелле кеше икәнен күрәһең. Хәйер, яу яланын үткән ата-бабаларыбыҙ ҙа бит әллә ни һүҙ даулап йөрөмәгән, беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ балалар, тиҙәр ине.

«Вечный» позывнойлы яҡташыбыҙ Татыр-Үҙәк ауылында Таймаҫовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Һеңлеһен, ике ҡустыһын ҡарашып, тырыш, ярҙамсыл һәм яуаплы булып буй еткерә ул. Татыр-Үҙәк мәктәбенең 6-сы класын тамамлағандан һуң, Күмертау ҡалаһының Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. 2016-2020 йылдарҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында уҡый. Тыуған яғына ҡайтып Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә төшә, 2020 йылдың ноябрендә армияға алына. Байҡал аръяғы крайы Чита ҡалаһында Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәгән ваҡытта ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар итә һәм 2021 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ошо ваҡыттан алып уның хәрби командировкалары башлана. 2022 йылдың февралендә махсус хәрби операция башланғас та ил мәнфәғәтен һаҡлап, уның именлеге һағына баҫа. 2022 йылдың декабрендә отпускыға ҡайтҡан сағында һөйгән йәре Воздвиженка ауылы һылыуы Лилиә Яҡшыбаеваға өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә егет.

Ҡыйыу яҡташыбыҙ бөгөн 36-сы гвардия дивизияһының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Угледар, Владимировка, Константинополь, Поддубное, Богатырь һәм башҡа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә өйрәнгән батыр йөрәкле яҡташыбыҙ, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, яуҙа үҙен аямай көрәшә.  Дошмандарға ҡаршы алыштарҙың береһендә Поддубной ҡалаһын алған ваҡытта ҡаты яралана. «Вечный» ун тәүлек буйына бер тәғәм ризыҡһыҙ дошман дрондарынан һаҡланып, уларҙың тырнағына эләкмәҫ өсөн бар көсөн һалып, әллә нисә саҡрым юл үтә. Үҙебеҙҙекеләргә янына шыуышып тигәндәй сыҡҡас, уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтәләр һәм госпиталгә оҙаталар. Ярты йыл дауаланғандан һуң, бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ тыуған яғында реабилитация үтә. «Бер һуғыш та уйын түгел, ул  аяуһыҙ. Бик иғтибарлы, һәр ваҡыт уяу булырға, ауыр ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә кәрәк, йәшәүгә өмөт, беҙ еңәсәкбеҙ тигән ышаныс алға әйҙәй.  Иң ауыры – эргәңдә йөрөгән иптәштәреңде юғалтыу...», – тип уртаҡлаша яугир. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ғәҙәти булмаған позывнойы ҡыҙыҡһындырҙы.

– Был фани донъяла бер нәмә лә мәңге түгел, шулай ҙа минең өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Юлбарыҫ ауылынан ҡарт ҡартатайым Ғәбитулла Таймаҫовтың исеме мәңгелек. Илебеҙҙең тыныслығын, именлеген һаҡлап яуға сапҡан һәр батырҙың даны мәңгелек. Уларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, ошо ҡушаматты алдым да инде, – тип яуап бирҙе өлкән сержант.

  • Тормошҡа ҡарашың үҙгәрҙеме? – тип һорайым.
  • Әлбиттә ҡырҡа үҙгәрҙе. Әжәл аҙым һайын һағалағанда, йәшәүҙең тәмен, йәмен аңлайһың. Бер генә тапҡыр бирелгән ғүмер бик ҡәҙерле. Донъяла милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек булһын, – тине ул.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов, I һәм II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән  бүләкләнгән.

Етди ҡарашлы, йәшәүҙең тәмен тойған, тыныслыҡтын ҡәҙерен белгән «Вечный»ға ҡарайым да, алған йән һәм тән яралары тулыһынса уңалыуын теләп, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, һәр бер Рәсәй яугирының имен-һау, Аллаһы Тәғәләмдең һаҡлауында, яҡлауында булып,  имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарына доға ҡылам. Рәхмәт һеҙгә, батыр яугирҙар!

Автор:Лира Такалова
Читайте нас