Республика халҡына «БАРС» махсус отрядына нисек яҙыла алыу хаҡында һөйләнеләр

Башҡортостанда төбәктең граждандар объекттарын һәм инфраструктураһын, тәү сиратта, дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау өсөн резервсыларҙан «БАРС» территориаль отряды ойошторола. Беҙҙең әңгәмәсе, Башҡортостан Башлығының РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин махсус отрядҡа кемдең ҡушыла алыуы хаҡында һөйләне.

"2022 йылдан алып барыбыҙҙың да – махсус хәрби операция яугирҙәренең һәм тыл халҡының маҡсаты бер генә – бөйөк Ватаныбыҙҙы һаҡлау. Бөгөн тыл райондары юҡ тиерлек, дошман алыҫ араға дрондар һәм ракеталар ебәрә, тыныс халыҡ, балалар зыян күрә. "Шайтандар" беҙҙе тотороҡһоҙландырырға, тыныс тормошто ҡаҡшатырға тырыша.

Балаларыбыҙ йөрөгән инфраструктураны, йорттарҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һаҡлау бик мөһим. Тап шуның өсөн бөтә ил һәм республикала «БАРС» отрядтары ойошторола. Командирҙар әҙерлекле офицерҙар араһынан тәғәйенләнә. Был - заманса йыһазландырылған һәм яҡшы тәьмин ителгән етди подразделение.

Шуны аңлау мөһим: Оборона министрлығы, «БАРС», «Росгвардия», МХО хәрбиҙәре, ирекмәндәр, граждандар - беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн бер йоҙроҡ кеүек.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугирҙәренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә һәм төбәктең һәм унда йәшәүселәрҙең именлеген тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ошо көндәрҙә мин командирҙар кәңәшмәһенә саҡырылғайным, унда хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов менән Башҡортостан биләмәһендә «БАРС» отрядын ойоштороу һәм уның эшмәкәрлеге мәсьәләләрен ентекле тикшерҙеләр.

Беренсе көндәрҙән МХО-ла булған кеше булараҡ, тәү сиратта яраланып, йәше йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында өйҙәренә ҡайтҡандарға мөрәжәғәт итәм, улар бында ла Ватанды яҡларға әҙер. Бындай тәжрибәле, һынауҙар үткән егеттәр хәҙер Башҡортостанда бик күп. Күптәрегеҙ ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм тәжрибәгеҙ кәрәк. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!"

 

БЕЛЕШМӘ:

«БАРС» (Боевой Армейский Резерв Страны) территориаль отряды социаль әһәмиәтле инфраструктура объекттарын (яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарын) һаҡлау һәм обороналау, дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары менән көрәш буйынса бурыстарҙы үтәү маҡсатында мобилизация кеше резервында булған РФ граждандарынан ойошторола.

Башҡортостанда резервҡа түләүҙәр ҡаралған: ай һайын, хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарап, сборҙарҙа булмағанда 2 967 - 7 316 һум, сборҙар ваҡытында 24 720 - 60 967 һум.

Өҫтәмә аҡсалата тәьминәт буйынса: Башҡортостан Республикаһы Башлығының 29.05.2026 йылғы Указына ярашлы, яғыулыҡ-энергетика комплексы объекттарын һаҡлау буйынса махсус сборҙар ваҡытында һәр хәрби хеҙмәткәргә республика бюджетынан тәүлегенә 2000 һум түләнә.

Бынан тыш, резервсы сборҙар ваҡытында үҙе эшләгән ойошманан уртаса айлыҡ эш хаҡы ала.

Мобилизация резервында булыу тураһында контракт төҙөгән граждандар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй.

Резервсылар үҙ төбәгендә йәшәүҙе тәьмин итеү объекттарын һаҡлау өсөн ҡуйылған бурыстарҙы үтәй.

Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса хәрби комиссариатҡа йәшәгән урыны буйынса йәки 8-987-25-36-530 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

 

Фото: БАРС Башҡортостан.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/SVO/2026-06-16/zhitelyam-bashkirii-rasskazali-kto-mozhet-prisoedinitsya-k-spetsotryadu-bars-4720931

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас