“Егорка” БПЛА операторҙарының үтә кәрәкле булыуы хаҡында һөйләне

Һәр взводта БПЛА менән эшләүсе кеше бар. Был - хәҙер үтә лә кәрәкле һөнәр.    

“Егорка” БПЛА операторҙарының үтә кәрәкле булыуы хаҡында һөйләне“Егорка” БПЛА операторҙарының үтә кәрәкле булыуы хаҡында һөйләне
“Егорка” БПЛА операторҙарының үтә кәрәкле булыуы хаҡында һөйләне

Яҡташыбыҙ, “Егорка” ҡушаматлы яугир, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға өйөнә ҡайтҡан. Ул махсус хәрби операция зонаһына дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм ағаһы артынан доброволец булып киткән.

Яугирҙең һүҙҙәренсә, бөгөн алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоусы аппараттар менән эш итеү күнекмәләре айырыуса кәрәкле.

- Һәр взводта БПЛА менән эшләүсе кеше бар. Был - хәҙер үтә лә кәрәкле һөнәр, - тип билдәләй ул.

“Егорка” тағы заманса технологиялар хәрби хәрәкәттәрҙә ҙур роль уйнауын, ә дрондар операторы булып хеҙмәт итеүҙең абруйлы ғына түгел, ә хәүефһеҙерәк тә булыуы тураһында һөйләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда БПЛА операторҙарын йыйыу дауам итә. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә эләгеү тураһында ентекле мәғлүмәтте:

- башбат. рф сайтында

- ru/vbsbashkor МАХ-та чат-ботта

- 122 номеры буйынса шылтыратып белергә мөмкин.

Был хеҙмәттең өҫтөнлөктәре һәм шарттары:

- Юғары хәүефһеҙлек кимәле. Хеҙмәт дистанцияла, алғы һыҙыҡтан алыҫта башҡарыла, был хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефте күпкә кәметә.

- Хеҙмәт итеү ваҡыты һығылмалы. Тәүге контракт бер йыллыҡ мөҙҙәткә төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Контракт ваҡыты тамамланғас, хәрби хеҙмәткәр эштән китергә йәки башҡа шарттарҙа яңы контракт төҙөргә хоҡуҡлы.

- Һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантияһы. Контрактта айырым билдәләнгәнсә, хәрби хеҙмәткәрҙе, уның ирекле ризалығынан тыш, БПЛА-ға идара итеү менән бәйле булмаған икенсе һөнәргә йәки ғәскәрҙәрҙең икенсе төрөнә күсереп булмай.

- Тулы социаль пакет. Контрактсыларға ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар һәм социаль гарантиялар, шул иҫәптән аҡсалата тәьминәт, торлаҡ тәьминәте, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хеҙмәт стажы өсөн пенсия ҡаралған.

- Уҡыусылар өсөн махсус шарттар. Юғары уҡыу йорттарында белем алған граждандар, бының өсөн академик отпуск алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы. Бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, улар уҡыу йортонда тергеҙелә ала, шул уҡ ваҡытта бюджет урынына күсеү хоҡуғын ала (әгәр булһа).

- Мотивациялы түләүҙәр системаһы. БПЛА ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге өсөн өҫтәмә түләүҙәрҙең айырым шкалаһы эшләй (дошмандың маҡсаттарын юҡ итеү). Түләүҙәр күләме 50 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.

 

Фото: Яугирҙың шәхси архивынан. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас