Батырлыҡтың тамырҙарын шәжәрәһен өйрәнгәс аңлай

"Минең аҙансы бабамдың тауышы быуаттар буйы кешеләрҙе доғаға һәм уй-ниәттәрҙең таҙалығына саҡырған. Минең бурысым бөгөн — шул маҡсатҡа тоғролоҡ һәм уртаҡ йортобоҙҙо яҡлау", - ти яугир.    

Батырлыҡтың тамырҙарын шәжәрәһен өйрәнгәс аңлайБатырлыҡтың тамырҙарын шәжәрәһен өйрәнгәс аңлай
Батырлыҡтың тамырҙарын шәжәрәһен өйрәнгәс аңлай

Яугир Айрат Ғәзиев — Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫеп, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, 15 йыллыҡ стажлы 38 йәшлек инженер-нефтсе. Ватанға хәүеф янағанда, ул бер минут та икеләнмәйенсә, үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа, иң ауыр Авдеевка штурмына юллана. Бөгөн уның күкрәген дүрт хәрби награда - I һәм II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары, Жуков миҙалы һәм генерал Шайморатов миҙалы биҙәй.

Был батырлыҡтың тамырҙары ҡайҙа? Айрат үҙенең шәжәрәһен өйрәнгәс, һорауға яуап таба. 

«Минең нәҫелем Аҡбаш ауылынан, быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгәндәр, — тип һөйләй Айрат. — Ғәзиевтәр — башҡорт һәм мәсеттә указлы аҙансылар булған. Аҙансы булыу — саф выжданлы булыу һәм кешеләрҙе иң мөһим нимәгә саҡырыу тигән һүҙ. Минең аҙансы бабамдың тауышы быуаттар буйы кешеләрҙе доғаға һәм уй-ниәттәрҙең таҙалығына саҡырған. Минең бурысым бөгөн — шул маҡсатҡа тоғролоҡ һәм уртаҡ йортобоҙҙо яҡлау. Авдеевканы штурмлағанда ошо бәйләнеште ныҡ тойҙом: минең артымда 15 йыллыҡ инженер стажы ғына түгел, ә бер ҡасан да баш эймәгән ата-бабаларымдың 400 йыллыҡ тарихы тора ине».

*Аҡбаш ауылы — хәҙерге Татарстандың Ютазы районында, был - тарихи башҡорт ерҙәре. Архив документтары буйынса, 1757 йылдың 1 июнендә Ҡырғыҙ улусы башҡорттары килешеү төҙөгән һәм үҙ ерҙәренә Бәйләр улусы башҡорттарын һәм типтәрҙәрҙе индерергә рөхсәт иткән.

 

Сығанаҡ, фото: Марина Петрова.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас