

Махсус премияға 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыларынан иң яҡшы спортсы Ғәзиз Аҡманов һәм «Иң яҡшы йәш армеец» Йәнтимер Ғөбәйҙуллин лайыҡ булдылар. Әүҙем егеттәрҙе ҡаһарман яҡташыбыҙҙың атаһы Ринат Ғәле улы Иманғолов ҡотлап, Диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләне.
Рамаҙан Иманғоловты иҫкә алып, уның класс етәксеһе Гөлнур Юламанова сығыш яһаны.
Ҡыйыу яугир Рамаҙан Ринат улы Иманғолов райондың ғына түгел, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы һәм батырлыҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ.