

Стәрлетамаҡта махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” республика акцияһы үткән. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы райондары һәм Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшүәселәр консультация алған.
Берҙәм ҡабул итеү көнөндә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы, РФ Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге, БР Адвокаттар палатаһы, РФ Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, БР Нотариаль палатаһы, БР Дәүләт юридик бюроһы, БР Хәрби комиссариаты, БР Суд приставтары федераль хеҙмәте, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм именлекте яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, РФ Социаль фонды, Стәрлетамаҡтағы Республика клиник наркология диспансеры һәм ҡала дауаханаһы белгестәре ҡатнашҡан.
Осрашыуҙа МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары үҙҙәрен борсоған һорауға яуаптар, аңлатмалар алған. Ҡарауға 300-ҙән артыҡ кешенән 850-нән ашыу мөрәжәғәт килгән. Кәңәш алырға килеүселәрҙе федераль һәм республика түләүҙәрен алыу, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү, яугирҙең бәлиғ булмаған балаларына алимент түләү, торлаҡҡа, ғаилә ағзаларына льготалар һәм ярҙам сараларына ҡағылышлы һорауҙар һәм башҡа мәсьәләләр борсоған.
Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/zashitnikiotechestvarb
Автор:Равиля Гатауллина