"Балаларымдың туған телебеҙҙә һөйләшеүенә һөйөнәм"

"Урмансы"ға хеҙмәттәштәре ҡурай ҙа бүләк иткән.

"Балаларымдың туған телебеҙҙә һөйләшеүенә һөйөнәм""Балаларымдың туған телебеҙҙә һөйләшеүенә һөйөнәм"
"Балаларымдың туған телебеҙҙә һөйләшеүенә һөйөнәм"

2023 йылдан алып контракт нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Урмансы” позывнойлы яугир – Өфөлә тыуып үҫкән башҡорт егете. Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған хоҡуҡ белгесе.

“Урмансы” ғаиләле, ҡатыны менән өс бала үҫтерәләр. Ике улдары бәләкәй сағынан хоккей менән шөғөлләнгән, хәҙер инде улар төрлө командаларҙа республикабыҙ данын яҡлай, ҙур уңыштары менән ата-әсәһен һөйөндөрөп тора. Кинйә ҡыҙҙары иһә – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар коллективы бейеүсеһе. Ағайҙары кеүек, ул да яуҙағы атаһын бар яҡлап уңыштары менән ҡыуандырырға тырыша.

“Балаларыбыҙҙың ныҡыш, маҡсатына ынтылыусан, рухлы булыуын күреп һөйөнәм. Ҡалала үҫһәләр ҙә, башҡортса һөйләшергә тырышыуҙары, туған телебеҙҙә “атай” тип тороуҙары күңелгә айырыуса йылылыҡ бирә. Ҡырҙа саҡта, бигерәк тә яу шарттарында донъяуи бурыстар, рухи ҡиммәттәребеҙ тураһында нығыраҡ уйланаһың бит. Балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә биргәнбеҙ, ярай әле туған теленән айырмағанбыҙ тип күңел ҡәнәғәтлеге кисерәм”, – ти “Урмансы”.  

Ул үҙе ике тиҫтә йылға яҡын эшләгән Урман министрлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. “Ведомство махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы даими хәстәрләй, ағас материалдар, бал, төрлө шифалы үләндәр, миндек һәм башҡа аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һайын саҡырып, осрашыу үткәрәләр, гуманитар ярҙам тейәп ебәрәләр. Хатта “УАЗ” автомобиле бирҙеләр. Тыуған яҡты хәтерләтеп торһон өсөн урмандан ҡырҡып алынған ҡурай ҙа бүләк иттеләр”, – ти “Урмансы”, һөйөнөстәре менән уртаҡлашып.

 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас