Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығында республика Башлығының "Башҡортостан Республикаһының Почетлы ирекмәне" почет билдәһенә ғаризалар ҡабул итә башланылар.
Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров билдәләүенсә, билдәне республика биләмәһендә бер йылдан кәм булмаған ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған һәм Добро.рф порталында ирекмәндәр сәғәттәре теркәлгән кешеләр ала ала.
Документтар 2026 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86-сы йорт, ирекмәндәр хәрәкәте бүлеге адресы буйынса тапшырырға мөмкин.
Тапшырыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге ведомство сайтында урынлаштырылған: https://molodez.bashkortostan.ru/presscenter/news/805075/
Барлыҡ һорауҙар буйынса Башҡортостандың Добро.рф ресурс үҙәге белгесе Анастасия Грибковаға мөрәжәғәт итергә мөмкин: +7 (937) 321-43-20.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!