Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Февраль , 09:02

Элек уйынсыҡ булған, бөгөн һуғышта ҡулланалар

Яҡташтарыбыҙ үҙ-ара туған телендә аралаша.    

Элек уйынсыҡ булған, бөгөн һуғышта ҡулланалар
Элек уйынсыҡ булған, бөгөн һуғышта ҡулланалар

"Молодежная газета" хәбәрсеһе Алһыу Муллахмәтова тыумышы менән Башҡортостандан булған, өлөшләтә мобилизацияланған "Уҡытыусы" позывнойлы һалдат менән әңгәмәләшкән.

– Хәрби хәрәкәт барғанда пилотһыҙ осоу аппаратының ярҙамын ныҡ тоябыҙ, ул етеҙ һәм маневрҙы оҫта яһай, һөҙөмтәне асыҡ күрәбеҙ, – тип әйткән Ватан һаҡсыһы. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул уҡ "баба-яга" – ул агро-дрон, уны бүтән маҡсатта файҙаланһалар ине. Эйе, ун йыл элек әгәр туйҙарҙы ошо "уйынсыҡ" ярҙамында төшөрһәк, хәҙер иһә һуғышта ҡулланабыҙ. Дошман "ҡошсоҡ"ҡа етди өҫтөнлөк бирә. Беҙ иһә уға ҡарағанда ла өҫтөн торабыҙ.

"Уҡытыусы" һөйләүенсә, ҡыҙыҡлы күренеш күҙәтелә – алыҫта башҡорт мәҙәниәте яйлап ҡына урындағыһы менән ҡатнаша бара. Мәҫәлән, махсус операция биләмәһенә Башҡортостандан сәй, бал кеүек аш-һыу, Салауат Юлаев һәйкәле төшөрөлгән эмблема һәм башҡа әйберҙәр посылка менән күпләп килә. Башҡортостандар күстәнәсте бүтән яҡтан йыйылған яугирҙәргә лә тарата. Яҡташтарыбыҙ үҙ-ара туған телендә аралаша.

Һалдат, шулай уҡ ирекмәндәр, республикабыҙҙың райондарынан бихисап ярҙамға ашығыусыларҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алған. Айырым рәхмәтте ул "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең филиалы "Республика мәғлүмәт үҙәге"нең директоры Артур Дәүләтбәковҡа һәм Матбуғат йортоноң ирекмәндәренә белдергән.

Фото мәҡәлә авторынан килгән.    

Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас