Көнсығыш хәрби округындағы 5-се дөйөм ғәскәр армияһының 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының мотоуҡсылар ротаһы командиры Вәсил Камил улы Ямалетдинов та президент ҡулынан «Алтын йондоҙ» миҙалын алды. Уның етәкселегендәге Алыҫ Көнсығыш бригадаһының штурм ротаһы һалдаттары тәүгеләрҙән булып Гуляйполе ҡалаһына үтеп инеп, уны штурмлап, еңеүгә юл һала.
«Катав» позывнойлы яугир, өлкән лейтенант тамырҙары менән Салауат районынан. Атаһы Камил Ямалетдинов сығышы менән Әлкә ауылынан, ә әсәһе Зафира Ямалетдинова сығышы менән Башҡорт Илсекәйе ҡыҙы. «Катав» туғыҙынсы класҡа тиклем туған мәктәбендә уҡый, артабан Усть-Ҡатау механика техникумын тамамлай. Бәләкәй сағынан спорт менән мауыға, бокс менән шөғөлләнә.
«Катав» хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта үтәй, унда контракт төҙөй. Шунда ғаилә ҡора, хәҙер ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерәләр. Хеҙмәттә булыуына ҡарамаҫтан, яугир Салауат районына йыш ҡайтып йөрөй, туғандарына һәм атаһының тыуған ауылы Әлкәгә ҡунаҡҡа килә.