Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 22:43

Ярҙам киләсәктә лә буласаҡ

Ватан һаҡсыһы - "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто хеҙмәткәре.    

Ярҙам киләсәктә лә буласаҡ
Ярҙам киләсәктә лә буласаҡ

Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев махсус хәрби операциялағы һалдатҡа квадрокоптер һәм тепловизор тапшырҙы. Ватан һаҡсыһы "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто хеҙмәткәре иҫәпләнә.

Әйткәндәй, ҡоролма киң мәғлүмәт саралары өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн республикабыҙҙың Журналистар союзы тарафынан йыйылған аҡсаға һатып алынған. Аҡса йыйыу былтыр октябрҙә башланғайны. Максим Ульчев бындай башланғысты хупланы һәм барыһына ла үҙ өлөшөн индерергә саҡырҙы. Аҡсаның күп өлөшөн "Народный фронт. Все для победы" мәрхәмәтлек фонды биргән.

Артур иһә 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизацияланған. Ул бүтән журналистар менән бергә хеҙмәт итә. Уларҙың батальоны 2025 йылда иң яҡшыһы тип табылған. Әле Артур отпускыла, ғаиләһе янында.

– Посылканы уның аша биреүгә өлгәшкәнгә ҡыуанысым сикһеҙ, ул Еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтһын, – тине Максим Ульчев. – Беҙ киләсәктә лә ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Республикабыҙҙың Журналистар союзының изге башланғысына ҡушылырға саҡырам. Бөтәһе лә Еңеү өсөн, бөтәбеҙ ҙә Еңеү өсөн тырышайыҡ!

Республикабыҙҙың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, был - махсус хәрби операцияға ебәрелгән дүртенсе дрон.

Фото: "Молодежная газета".

Автор: Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас