Барыһы ла Еңеү өсөн
14 Февраля , 09:55

«Коба» дрон менән оҫта идара итә

Заман етеҙ үҙгәреп, технологиялар ныҡ үҫешкән осорҙа йәшәйбеҙ. Үткән быуатта ата-бабаларыбыҙ ҡулдарына мылтыҡ тотоп дошманға ҡаршы барһа, бөгөн иһә махсус хәрби операция биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары төп ҡорал булып тора.

Яугирҙың шәхси архивынанЯугирҙың шәхси архивынан
Фото:Яугирҙың шәхси архивынан

Ватаныбыҙ һағында торған «Коба» позывнойлы яҡташыбыҙ БПЛА операторҙарының хеҙмәте тураһында һөйләне. Яугир хәҙерге ваҡытта «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин батальонында хәрби бурысын намыҫлы үтәй.

Ул Первомайский ауылында Әлибаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Кинйә бала булып тыуһа ла, бер ҙә иркәләнеп ултырмай, беләк көсө нығыныу менән атаһына, ағаһына эйәреп барлыҡ хужалыҡ эштәрен башҡара. Ныҡышмал, тырыш һәм яуаплы булып буй еткерә ул.

Первомайский мәктәбен тамамлағандан һуң 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға бара. Әммә уны тамамлап бөтөргә насип булмай, Себер тарафтарына эшкә юллана. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын геройыбыҙ Алыҫ Көнсығышта лайыҡлы үтәй. Хәрби хеҙмәттән һуң Яңы Уренгойҙа вахта ысулы менән монтажсы булып эшкә урынлаша.

Илһөйәр рухлы булып үҫкән егет 2023 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул пилотһыҙ осоу аппараты операторына уҡырға тигән тәҡдим алғас,  ике ай дауамында махсус әҙерлек үтеп, техник күнекмәләр алғандан һуң 2024 йылдың ғинуарынан алып БПЛА операторы вазифаһында хеҙмәт итә башлай.

—БПЛА операторҙары ниндәй бурыстарҙы үтәй?

—Махсус хәрби операцияла дрондар беҙҙең уң ҡулыбыҙ. Унһыҙ был яуҙы күҙ алдына килтереп тә булмай. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре артиллеристарҙың, танкистарҙың һәм штурмлаусы төркөмдәрҙең бурыстарын еңеләйтә, һөҙөмтәле алыш алып барыу өсөн шарттар тыуҙыра. «Мавик» һәм FPV-дрондары менән идара итәбеҙ. «Мавик» дрондары менән даими разведка яһайбыҙ, дошмандарҙың идара итеү пунктарын эҙләйбеҙ, координаталарын аныҡ билдәләйбеҙ, артиллерия утын дөрөҫ корректировкалайбыҙ. FPV-дрондары дошмандарға һөжүм итә, позицияларын, дрондарын, миномёт һәм танкыларын юҡ итә. Шулай уҡ дрондар алғы һыҙыҡтағы штурмлаусы егеттәргә аҙыҡ-түлек, һыу һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып бара.

—Дрон алғы һыҙыҡтағы егеттәргә кәрәкле әйберҙәрҙе нисек алып барып еткерә, асыҡлыҡ индереп китһәгеҙ ине?

—Штурмлаусы төркөмдәренә кәрәкле әйберҙәрҙе алып барырға мөмкинлек булмағанда «Мавик» дрондары менән уларҙы һауанан ташлайбыҙ. Дрондың ауыр әйберҙәргә көсө етмәй, шуға күрә берешәрләп көн дауамында алып барып еткерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, бер банка тушенка, икенсе осҡанда 0,5 литр пластик шешәләге һыу, скотч менән урап дарыуҙар һәм башҡа әйберҙәр. Егеттәр менән рация аша аралашабыҙ.

—Дрон операторы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

Яуаплы, иғтибарлы, сыҙамлы һәм һиҙгер булырға кәрәк. Компьютер техникаһын, информатика, география фәндәрен яҡшы белеү мөһим. Декабрь айында бойороҡ алып, алғы һыҙыҡҡа юлландыҡ. Бер урманлыҡҡа барып урынлашҡанда, бында үҙебеҙ генә түгел икәнебеҙҙе һиҙҙек һәм дөрөҫ тактика ҡулланып, өс дошман егетен әсиргә алдыҡ. Үҙебеҙҙекеләргә рация аша хәбәр итеп, кәрәкле урынға алып барып тапшырҙыҡ. Ғөмүмән, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөһим, һәр саҡ уяу һәм етеҙ булырға кәрәк.

—Махсус хәрби операцияла йәшәү шарттары нисек? Гуманитар ярҙам килеп етәме?

Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. 2-3 көнгә ялға сыҡҡан ваҡытта мунса төшөп, әйберҙәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ. Райондың «Тыуған яҡ. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Юлиә Рәйес ҡыҙы менән даими бәйләнештәбеҙ. Кәрәкле әйберҙәргә заявкалар бирәбеҙ. Ноябрь айында беҙҙең блиндажға һөжүм булып бер нимәһеҙ тороп ҡалған инек, декабрҙә гуманитар ылау алдыҡ. Башҡа райондарҙан да ярҙам килә. Генераторҙәр, бензобысҡылар, шуруповерт кеүек әйберҙәр һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәр ваҡыт талап ителә. Беҙҙең өсөн борсолоп, ярҙам ҡулы һуҙған яҡташтарға ҙур рәхмәт. Тылдың ныҡлы таянысын тойоу ышаныс һәм ҡыйыулыҡ өҫтәй.

—Һеҙҙең батальонда Башҡортостандан егеттәр бармы?

Эйе Башҡортостандан егеттәр күп, Хәйбулланан «ЗАК», «Буран» позывнойлы егеттәр менән йыш ҡына осрашып торабыҙ, туғандарса аралашабыҙ. Киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуябыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәй, бер-беребеҙҙе дәртләндереп йәшәйбеҙ.

—Позывнойың үҙенсәлекле, «Коба» нимәне аңлата?

—Бала саҡта тиҫтерҙәрем менән уйнап йөрөгәндә иптәшем эргәмә килде лә: «Бөгөндән мин һине «Коба» тип йөрөтәм», тине. Баҡтиһәң, ул Сталин тураһында кино ҡараған икән. Шул көндән алып мине күбеһе «Коба» тип атайҙар. Яуға ла ошо ҡушамат менән килеп индем.

—Ә ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иттең?

—Илебеҙ иңенә ауырлыҡ төшкәндә бер ҙә ситтә ятып ҡалғыбыҙ килмәне. Бер туған ағайым менән ныҡлы ҡарар ҡабул итеп, икебеҙ ҙә фронтҡа юлландыҡ. Тағы ла сәскә кеүек үҫеп килгән дүрт ҡыҙымдың да бәхетле киләсәген уйланым. Беҙҙең балаларыбыҙ тыныс илдә, етеш тормошта йәшәргә тейеш.

—Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең хәрби хеҙмәт юлығыҙ үҙе бер батырлыҡ. Бирешмәгеҙ, беҙ изге теләктәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ менән һеҙҙең янда, тыуған яҡтарға имен-һау ҡайтырға насип булһын.

Белешмә: Башҡортостан граждандары пилотһыҙ системалар ғәскәренә 122 телефоны буйынса шылтыратып яҙыла ала. Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә. Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала. Яугирҙарға белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Автор:Лира Такалова
Читайте нас