Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Февраль , 09:30

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Фонд филиалы тарафынан Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған “Ватанды һаҡлаусы ғаилә” яңы проекты планлаштырылған.

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Бөгөн Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалының яңы асылған Совет урамындағы бинаһында журналистар менән осрашыу үтте. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына ярашлы планлаштырылған проекттарға бағышланды.

Тәүҙә журналистарҙы Фондтың яңы асылған бинаһы менән таныштырҙылар. Бында махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырылған. 

Матбуғат конференцияһында “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте етәксеһе Г.Ғ. Ҡолһарина, Башҡортостандың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Н.М. Лапшина ҡатнашты.

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина сығышында 2026 йылда ниндәй саралар һәм проекттар тормошҡа ашырыласағы тураһында һөйләне. Наталья Михайловна Лапшина иһә журналистарҙы 2026 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” гала-концерты концепцияһы менән таныштырҙы.

– Лайыҡлы атайҙар өсөн Фондтың республика филиалы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә “Ватанды һаҡлаусы атаһы” йәмәғәт наградаһын булдырҙы. Ул йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙем алып барған һәм балалар тәрбиәләүҙә өлгө күрһәткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең аталарына тапшырыла. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, 18 февралдә, сираттағы миҙалдар тапшырыу һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Ватанды һаҡлаусылар” республика акцияһы үтәсәк, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Фонд филиалы тарафынан Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған “Ватанды һаҡлаусы ғаилә” яңы проекты планлаштырылған.

– Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ветерандар ғаиләләренең тарихын баҫтырыу планлаштырыла. Тәрбиәләп кенә түгел, ә башҡаларға өлгө күрһәткән ғаиләләр тураһында. Филиалдың социаль селтәрҙәрендә социаль координаторҙар ғаиләләре тураһында “Ата-әсәләр эше тураһында балалар тауышы” тигән постар циклы донъя күрә. Улар ҙа күп балалы ғаиләләр, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Гөлнур Ҡолһарина Х Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсына ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителеүе хаҡында белдерҙе. Рәсәй кимәлендә ойошторолған сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте" ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү Һәм уның ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үткәрелә.

Конкурста ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәттәре, граждандар йәмғиәте институттары лидерҙары, йәмәғәтсе-әүҙемселәр, төрлө һөнәргә эйә ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк:

"Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр – билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр, Ватандың ысын патриоттарын тәрбиәләгән әсәйҙәр араһында;

“Ирекмән” – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем, шулай уҡ МХО биләмәһенә ярҙамды алып барыуҙа шәхсән ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында. Был номинация яңы, икенсе йыл бирелә.

“Мәҙәниәт” – мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән, ижадтарында милли ҡиммәттәр, илһөйәрлек, Ватанға һөйөү һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының традицияларын таратҡан ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

"Медицина хеҙмәткәре" – махсус хәрби операция зонаһында фиҙакәр хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында;

“Педагог” – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусылары, мәғариф өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән, уҡыусыларҙы патриотизм рухында әүҙем тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

 “Бизнес-леди” – хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән, неофашизмды еңеүгә үҙ өлөшөн индергән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Мастерица” – халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен пропагандалаусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Ағинәй” – әүҙем йәмәғәтсе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән һәм халыҡ араһында ихтирамлы 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында.

X Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы 2025 йылдың 1 декабренән 2026 йылдың мартына тиклем ике этапта - төбәк һайлап алыу турҙарында һәм финалда үтә. Башҡортостан Республикаһынан финалсылар муниципаль турҙарҙан һуң билдәләнә. Ойоштороу комитеты ғаризалар ҡабул итеүҙе 1 мартҡа тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Төбәк еңеүселәренең портфолиоһының электрон вариантын (презентацияһын) рәсмиләштерергә һәм X Бөтә Рәсәй конкурсы жюрийы ҡарамағына: konkurs.svo@mail.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.

Бөгөнгә Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан һәм Татарстан Республикаһынан бөтәһе 300-ҙән ашыу ғариза бирелгән.

X Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсының финалы Өфө ҡалаһында 2026 йылдың 18 мартында үтәсәк.

Рәмилә Мусина фотолары.

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас