Яугирҙарыбыҙ һалҡындарға бирешмәһен!
Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда һалдаттарға уңайлы, йылылыҡ тотҡан, ел-һыуыҡтан һаҡлаған – йоҡлау өсөн тоҡтар тегергә өйрәнәләр. Йылдың тәүге ун көнөнә үҙҙәренә:” Махсус операция биләмәһендә булған яугирҙарыбыҙға егерме йылы йоҡлау өсөн тоҡтар тегергә!”- тигән йөкләмә ҡуйғандар. “Был сетерекле , күп ваҡытты талап иткән йоҡо тоҡтарын тегеү серҙәрен Маҡан ауылынан Әлмирә Биктимерова килеп өйрәтә”-тип белдерә Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йорто хеҙмәткәре Лена Ултраҡова. Ауыл мәҙәниәте йортонда булған теген машинаһын ҡулланып Йәнтеш ауылы ирекмәндәре быға тиклем дронға ҡаршы 80 юрған тегеп тапшырғандар ине. Әле лә әүҙем генә йыйылып, күп хеҙмәт талап иткән эште бергәләп атҡарып сығырға йыйыналар. Ауыл халҡы ярҙамы менән йыйылған финанс ярҙамға кәрәкле материалдар һатып алғандар. Йәнтеш ауылы халҡын, мәҙәниәт йортона ярҙамға йыйылған ағай-апай, инәй-олатайҙарҙы, уларҙың барыһын Махсус операция биләмәһендә йөрөгән һалдаттарҙың ғүмеренә, һаулығына битараф булмауҙары берләштерә. “Йоҡлау тоҡтарын бар шартына еткереп тегеүебеҙ,төрлө тәбиғәт шарттарында хәрби бурысын үтәгән һалдаттарҙың өшөмәүенә, һалҡын алдырмауына булышлыҡ итә аласаҡ. Үткән йылды оҙатып Яңы йыл ҡаршылағанда яугирҙарыбыҙға изге теләктәр юллайбыҙ. Һеҙ – ысын ҡаһармандар. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!”-тигән ихлас теләктәрен еткерәләр ярҙам итеүселәр.
Ирекмәндәргә алған йөкләмәләрен үтәп, тәғәйенләнгән йоҡлау тоҡтарының тиҙерәк яугирҙарға барып етеүен теләйбеҙ. Ауылдың ябай ирекмәндәренең яугирҙарға булған ихлас ярҙамы һалдаттарға рух ныҡлығы өҫтәһен. Яңы йыл барыбыҙға тик яҡшы яңылыҡтар алып килһен!
Зимфира Ҡасҡынова.