

Өфөлә «Сова» позывнойлы яугирға ҡеүәтле кросс мотоциклы тапшырылды. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте һәм эшҡыуар Муса Мәзитов МХО-ла ҡатнашыусыға гуманитар ярҙам күрһәтте.
«Сова»ның ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһы тамамлана һәм ул яңы йыл бүләге менән фронтҡа йәнә юллана, тип билдәләне Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов.
«Тапшырылған мотоцикл хәрби бурыстарҙы оператив хәл итеү өсөн ныҡлы терәк булып хеҙмәт итәсәк», — тине Антон Тарасов.
фото:Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте