Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Декабрь 2025, 06:21

Яугир әсәһе һәр һалдатты хәстәрләй

Илһөйәр рухлы, ҡоростай ныҡлы холоҡло улдар үҫтергән әсәләр һәр ваҡыт оло ихтирам тойғоһо уята. Сабыр, көслө ҡатындар һәр атҡан таңды борсолоп, изге теләктәр менән ҡаршы алалар. Уларҙың киң күңелендә наҙлы ел дә, дауыллы буран да уйнай, шатлығы һәм хәсрәте лә һыйған. Махсус хәрби операция башланғандан бирле яугир әсәләрҙең йөрәге үҙ урынында түгел.

Яугир әсәһе һәр һалдатты хәстәрләйЯугир әсәһе һәр һалдатты хәстәрләй
Яугир әсәһе һәр һалдатты хәстәрләй

Яугир әсә Зөлфиә Рауил ҡыҙы тормош иптәше Григорий Кулямин менән Хворостянка ауылында йәшәйҙәр. Махсус хәрби операцияһының әсе еле уларҙың да өйҙәрен урап үтмәгән. Куляминдарҙы көн дә бер үк һорау, бер үк уй борсой, фронтҡа ҡағылышлы һәр яңылыҡты күҙ уңынан ысҡындырмай, даими ҡыҙыҡһынып ҡарап баралар. Сөнки бөгөн уларҙың өлкән улдары «Храм» позывнойлы яугир махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡта.

Зөлфиә Рауил ҡыҙы Асаиновтарҙың уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 2-се Акъяр урта мәктәбен тамамлағас Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1989 йылда Һамар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Кейәүгә сыҡҡас, Хворостянка ауылы мәктәбенә эшкә күсә һәм 32 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

  • Улдарымдың икеһе йорт-ҡуралағы барлыҡ эштәрҙе бергә башҡарып, теремек булып үҫтеләр. Өлкән улыма теүәл фәндәр еңел бирелде, география дәресен яратып уҡыны. Шахмат уйнарға, китаптар уҡырға әүәҫ булды. Хатта фантастик әҫәрҙәрҙе интернет аша яҙырып алып уҡый торғайны. 2014 йылда әрме сафына алынды, хәрби хеҙмәт күңеленә ятҡас Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө һәм ошо ваҡыттан алып ул хәрби хеҙмәттә. Махсус операция башланыу менән беренселәрҙән булып мобилизацияға эләкте, - тип һөйләй Зөлфиә Рауил ҡыҙы.

Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 50-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас