Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Декабрь 2025, 17:05

Башҡортостан – алдынғы төбәктәрҙең береһе

Ярҙам саралары беҙҙең яугирҙәребеҙҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тормоштағы бөтә өлкәләренә лә ҡағыла.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға бәйле төрлө саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн "Торатау" конгресс-холында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына һәм Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына йомғаҡтар яһауға арналған республика кимәлендә тантаналы сара ойошторолдо.

– Беҙҙең өсөн коллегалар, фекерҙәштәр, бөтә Рәсәйҙән йыйылған "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалдары етәкселәре менән ошо мөһим сарала ҡатнашыу – ҙур мәртәбә, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды бөгөнгө эшебеҙҙәге төп партнер. Уй-ниәттәребеҙ менән уртаҡлашырға, үҙ сиратында, бүтән төбәктәрҙәге коллегаларҙың алдынғы тәжрибәһен өйрәнергә әҙербеҙ.

Радий Фәрит улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә арналған Башҡортостанда Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмә үткәрергә мөмкинлек биргәне өсөн Фонд етәксеһе, статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары Анна Цивилеваға оло рәхмәтен еткерҙе.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда ярҙам йәһәтенән төҙөлгән исемлеккә 11 яңы сараларҙы өҫтәгәндәр, әле уларҙың һаны – 54. Ошо ярҙам саралары беҙҙең яугирҙәребеҙҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тормоштағы бөтә өлкәләренә лә ҡағыла. Медицина реабилитацияһы, социалләштереү һәм эшкә урынлаштырыу кеүек төп өс йүнәлеш бар.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарҙы ярҙамынан өҙмәгәне өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән Баймаҡ, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары коллективтары бүләкләнде. Радий Хәбировтың ҡулынан ҙур бүләкте алыусы "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринаны күреү айырыуса шатлыҡлы ине.

Тантаналы сара йыр-бейеү, ҡурай моңо һәм театрлаштырылған тамаша менән үрелеп барҙы.

Григорий Куранов, Рәсәй Президентының Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле:

– 2025 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғо нигеҙендә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип аталды. Шул иғтибарға лайыҡ, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса иҫ киткес ҙур эштәр башҡара. Әйткәндәй, Башҡортостанда ла был тәңгәлдә бихисап уй-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Әлбиттә, уның башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тора.    

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Башҡортостан – алдынғы төбәктәрҙең береһе
Башҡортостан – алдынғы төбәктәрҙең береһе
Автор:
Читайте нас