

Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Ырымбур өлкәһененән Рәсәй Геройы Аблькасн Туремуратов, абруйлы ҡунаҡтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яҡташ яугирҙарыбыҙ, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың яҡындары һәм туғандары, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар, Федоровка ауылы биләмәһе халҡы һәм район ирекмәндәре ҡатнашты.
Обелисктың ауыл биләмәһе өсөн әһәмиәте бик ҙур. Ул яу яланында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерә һәм хәҙерге ваҡытта үҙ ғүмерҙәрен аямай Ватан именлеген һаҡлауҙа хәрби бурысын үтәгән ҡаһарман егеттәргә мәңгелек дан йырлай. Һәйкәл шулай уҡ, үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ.