

5 декабрь – Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә. Ирекмәндәр - оло йөрәкле, ихлас күңелдән бушлай ярҙам итергә әҙер торған, Ватанын яратҡан, уның хаҡына изге эштәр башҡарған мәрхәмәтле кешеләр. Районыбыҙҙа махсус хәрби операция башланғас та Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған ирекмәндәр хәрәкәте башҡарған эштәрҙе һанап та, баһалап та бөтөү мөмкин түгел.