

Аҡъяр ауылынан Райхана Вәлиуллина ла иң әүҙем ирекмәндәрҙән һанала.
- Был изге эшкә мине яугир әсә Лилиә Алсынова йәлеп итте һәм «Беҙ бергә - көс» хәйриә фондына ҡушылып киттем. Фонд ДОСААФ бинаһында урынлашҡан. Артымдан таныштарымды, иптәш ҡыҙҙарымды эйәрттем, көн дә йыйылышабыҙ. Кемдең ваҡыты бар шул килә лә эшләй ҙә башлай, - тип әңгәмәне башланы ул.
Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугир яҡташтарыбыҙҙың именлеген, юғалтыуҙарҙың мөмкин тиклем аҙ булыуын теләп, ниндәй генә эштәр башҡармай ирекмәндәр. Ныҡлы, еңел полимер бауҙан «ҡотҡарыу» беләҙеге үрәләр, «Башҡорт сәйе» исемен алған шифалы үлән сәйҙәре эшләйҙәр, «ҡоро душ» әҙерләйҙәр, косынкалар, эске кейемдәрҙе тегәләр, ғөмүмән әйткәндә, эш бер көнгә лә туҡтамай. Аллаһы Тәғәләнең сүрәләрен уҡып, изге теләктә ебәрелгән посылкалар егәттәребеҙгә ышаныс өҫтәп, алға барырға көс-ҡеүәт бирә. «Яугирҙарға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеү – беҙҙең төп бурыс», - тип ҡабатлай улар.
Мәҡәләне тулыһынса "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 48-се һанында уҡығыҙ.